Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 12:20

Билетһыҙ самолетҡа ултырған

Яяҙын "Utair" авиакомпанияһы рейсына психоневрология диспансерында дауаланыусы 65 йәшлек пациент билетһыҙ эләгә.

Яҙын "Utair" авиакомпанияһы рейсына психоневрология диспансерында дауаланыусы 65 йәшлек пациент билетһыҙ эләгә.

Билетһыҙ ҡатын ике контроль эшелонын уҙа һәм Мәскәүгә осоусы самолет бортына эләгә ала. Бер туҡтауһыҙ бер урындан икенсеһенә күсеп ултырыусыҡатынға стюардесса иғтибар итә. Тикшергәндән һуң уның билеты ғына түгел, хатта паспорты булмауы ла асыҡлана. Ҡатын үҙенең исемен дә, ҡайҙан икәнлеген дә белмәй. Самолет салонына уның нисек килеп эләккәне лә билдәһеҙ. Стюардесса тейешле органдарға хәбәр итә.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты транспорт хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуҙа ғәйеләнә һәм штарф түләйәсәк. Аэропорт юристары штраф күләмен аҙайтырға тырышып ҡараған, әммә эш барып сыҡмаған. Һауа юлдары компанияһына 50 мең һумға төшәсәк.
Читайте нас: