Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 11:04

Әсә һәм уның дүрт улы һәләк булған

Һамар өлкәһенең Узморье ауылында әсә һәм уның дүрт улы төтөн еҫе менән ағыуланып үлгән.

Һамар өлкәһенең Узморье ауылында әсә һәм уның дүрт улы төтөн еҫе менән ағыуланып үлгән. Ғаилә башлығы таңғы алтыла төнгө сменанан ҡайта. Ишекте асыусы булмай, ул өйгә ишекте емереп керә. Ҡатынының һәм дүрт улының үле кәүҙәләрен генә таба ул. Ярҙам күрһәтеп ҡарай, әммә һөҙөмтә булмай. Балаларҙың иң кесеһенә ике йәш булған. Ғаилә шәхси йортта йәшәгән. Йорт мейес менән йылытылған. Мейескә яҡҡас, йүшкәне асырға оноталар. Тотош ғаиләһен юғалтҡан иргә ауыр ҡайғыға нисек сыҙарға? Күршеләре был ғаиләне тик ыңғай яҡтан ғына баһалай.

Читайте нас: