газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 12:45

Ишембайҙа - «Сәләм» телеканалы менән таныштырыу

«Сәләм» беренсе ғаилә телеканалы тотош республиканан дуҫтарын йыя. 13 ноябрҙә Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың яңы телеканалы менән таныштырыу була.

«Сәләм» беренсе ғаилә телеканалы тотош республиканан дуҫтарын йыя. 13 ноябрҙә Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың яңы телеканалы менән таныштырыу була. Тантаналы сарала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары — Zainetdin этно-шоуы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Зилиә Бәхтиева, Рәфис Ишбаев ҡатнаша. «Сәләм» логотибы менән бүләктәр уйнатыла.
Был көндә Мәҙәниәт һарайы фойеһында киске сәғәт 5-тән 6-ға тиклем «Сәләм тапшыр!» мобиль студияһы эшләй. Үҙенсәлекле сығыштар телеканал эфирында күрһәтелә.
Байрамда Маҡар урман хужалығының тәмле боланут сәйенән ауыҙ итергә мөмкин, республика гәзит-журналдарына яҙылыу ойошторола.
Теләгән һәр кем, алдан яҙылып, «Сәләм» телеканалы партнерҙары — медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендәге «Рәсәй тимер юлдары — медицина» клиник дауаханаһының квалификациялы табиптарында бушлай тикшереү үтә ала.
Бөтә ишембайҙарҙың да Башҡортостандың яңы «Сәләм» телеканалын асыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Киләһе презентация 22 ноябрҙә Дүртөйлө ҡалаһында ойошторола.
Белешмә. «Сәләм» телеканалы Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында муниципаль, урындағы телестудияларҙы һаҡлау өсөн булдырылған. Яңы телеканалдың эфирында урындағы студияларға биш сәғәт бүленә, шул иҫәптән иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә, көндөҙгө 1-ҙән 2-гә һәм 5-тән 7-гә тиклем прайм-тайм. «Сәләм» Башҡортостандың кабель операторҙары селтәрҙәрендә һәм интернет-сервистарҙа күрһәтә. Республиканың яңы «Сәләм» телеканалы 2019 йылдың 11 октябрендә Сибайҙа эшләй башланы.
Читайте нас: