Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республиканың төп телеканалы булып тора, уның Башҡортостанда аудиторияһы ҙур. Республика телеканалының программаларын элеккесә юлдаш һәм кабель телевидениеһында, шулай уҡ аналог сигналын ҡабул иткән телеантенна менән ҡарарға мөмкин. Ведомство башлығы ваҡыт үтеү менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һанлы телевидение пакеттарының береһенә инер тигән ышаныс белдерҙе.
Башҡортостан телевидениеһының төбәк өҫтәмәләрен булдырыу буйынса техник эштәр 14 ноябрҙән 15-енә ҡарай төндә башҡарыла. Был ваҡытта телевизорҙарҙың һәм телеприставкаларҙың ҡайһы бер моделдәрендә телесигналдың юғалыуы мөмкин. Ошо осраҡта телеканалдарҙы автоматик рәүештә йәки ҡул менән көйләргә генә кәрәк. Консультация алыу өсөн РТРС-тың федераль «ҡыҙыу бәйләнеш»енә шылтыратырға: 8 800 220 20 02.