газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 15:01

"Йөрәк һүҙе"ндә Земфира Байбулдина еңде

Өфөлә «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсының финалы уҙҙы. Төп бүләккә телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина лайыҡ булды.

Өфөлә «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсының финалы уҙҙы. Төп бүләккә телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина лайыҡ булды.

Ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған (курстың етәксеһе — Рифҡәт Исрафилов), бына күп йылдар инде Башҡортостан телевидениеһында һәм эстрадала эшләй, байтаҡ телепроекттар сығарҙы, улар араһында үҙе өсөн иң мөһиме — «Гәлсәр һандуғас» йыр конкурсы. Еңеүсе автомобиль һатып алыу өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Тамашасылар һөйөүе призын радио алып барыусыһы һәм йырсы Фәрүәз Урманшин яуланы.
Быйыл конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына һәм Рәсәйҙә Театр йылына арналды. Конкурста тәүге тапҡыр актер йәки режиссер белеменә эйә булғандар ғына ҡатнашты. Ун алты финалсы иҫәбендә — башҡорт һәм татар театрҙарының танылған актерҙары Суфия Ҡорбанғәлиева, Римма Ҡаһарманова, Илгиз Таһиров, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Фәнис Рәхмәтов, Зөлфиә Хәлилова, Шәһитулла Хамматов, Нәүфилә Яҡупова, Морат Рафиҡов, режиссер Зиннур Сөләймәнов һәм башҡалар.

Читайте нас: