Мәләүездәге колониянан ҡасҡан енәйәтсене тотҡандар. Өс көн буйына ул иректә йөрөнө. Утыҙ йәшлек ир ҡатын-ҡыҙҙы мәсхәрәләгәне өсөн төрмәгә эләккән булған.
Енәйәтсе Мәләүездән Өфөгә тиклем килеп еткән... Игорь Шолухов ҡаланың Киров районында хоҡуҡ һаҡлау органдары күҙенән йәшенеп ятмаҡсы булған. Төрмәнән ҡасҡан өсөн уның иркенән тағы ла дүрт йылға мәхрүм ителеүе мөмкин. Өҫтәүенә эҙләү өсөн сығымдарҙы ла түләргә тура киләсәк.
"Башҡортостан" гәзитенән алынды.