Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 15:16

Милли кейем көнө ни өсөн йылына ике тапҡыр билдәләнәсәк?

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров йылына ике тапҡыр билдәләнергә тейешле яңы байрам индереүгә аңлатма бирҙе.

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров йылына ике тапҡыр билдәләнергә тейешле яңы байрам индереүгә аңлатма бирҙе.
«Был үҙ мәҙәниәтеңде баһаларға өҫтәмә мөмкинлек булыр тип иҫәпләйбеҙ», – тип белдерҙе Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров бөгөн, 11 ноябрҙә, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ул 2020 йылдың апрелендә байрамды «сифатлы итеп» уҙғарыу өсөн хөкүмәт ағзаларынан ошо мәсьәләне «эшләп бөтөүҙе» һораны. Уның һүҙҙәренсә, был «матур йолаға» әүерелергә тейеш.
Бөгөн тәүге тапҡыр хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров түгел, ә уның яңыраҡ тәғәйенләнгән беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәрҙе.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандың яңы байрамды – Милли кейем көнөн раҫлауы хаҡында хәбәр иткәйне. Андрей Назаров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә байрамдың апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнәсәген һөйләне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан алынды.

Читайте нас: