Мәскәүҙә бер ҡатын ике балаһы менән күп ҡатлы йорттағы фатир тәҙрәһенән килеп төшкән. 1,5 йәшлек сабый һәм ҡатын шунда уҡ һәләк булған. 6 йәшлек малай дауаханаға оҙатылған. Уның хәле бик ауыр, тиҙәр.Әлегә был ҡот осҡос хәл тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Ҡатын үҙе һикергәнме, әллә яңылыш килеп төшкәнме - бер нәмә лә билдәле түгел. Фажиғә урырында хоҡуҡ һаҡсылары эшләй.