Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумы төбәктәрҙең бәйләнешен үҫтереүгә генә түгел, шулай уҡ Рәсәй-Ҡаҙағстан стратегик партнерлығын артабан да нығытыуға өлөш индерәсәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.
“Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк форумдары һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтә бирә һәм әлеге ваҡытта ла ведомство-ара, төбәк-ара һәм коммерция килешеүҙәре буйынса күп кенә документтар пакеты әҙерләнгән. Был форумдың эше беҙҙең төбәктәр һыҙаты буйынса бәйләнеште үҫтереүгә генә түгел, шулай уҡ дөйөм алғанда Рәсәй-Ҡаҙағстан стратегик партнерлығын нығытыуға өлөш индереренә ышанам”, - тине ил башлығы кесаҙна РФ һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында сығыш яһап.
РФ Президенты ике яҡлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һорауҙары Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән айырым һөйләшеү барышында ла ҡаралды, тип белдерҙе. Шулай уҡ ул РФ һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы 2003 йылда Омскта үтеүе, ә быйылғыһы 16 тапҡыр уҙғарылыуын әйтте. Форумға Рәсәйҙең 24 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандың 10 өлкәһенән 1,6 мең вәкил, шул иҫәптә төбәктәр башлығы, федераль министрҙар, эре компаниялар етәкселәре, белгестәр, ғалимдар йыйылды, тип өҫтәне Путин.