газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 12:03

Инвалид балалы ғаиләләргә - алты процентлы ипотека

Алты процентлы ставка менән льготалы ипотека инвалид балалы ғаиләләргә лә ҡағыла.

Алты процентлы ставка менән льготалы ипотека инвалид балалы ғаиләләргә лә ҡағыла.

«Российская газета» хәбәр итеүенсә, премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған бойороҡта балалы ғаиләләргә бирелгән ипотека кредитын банктарға ҡайтарыу ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр раҫланды. Инвалид балаһы 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған граждандарҙың 6 процент менән кредит алыу йәки кредит осоронда рефинанслау хоҡуғы була. Алыҫ Көнсығыш федераль округында йәшәүселәрҙең иһә 5 процент менән.
2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған балаға инвалидлыҡ ошо ваҡыттан һуң ҡуйылһа, ғаилә 2027 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр льготалы шарттарҙа ипотека алырға мөмкин.
Президент Владимир Путин башланғысы менән булдырылған ишле ғаиләләргә ярҙам программаһы 2019 йылдың 25 сентябренән алып эшләй. Был льготанан өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған йәки тыуырға тейеш ғаиләләр файҙалана ала. Ипотека түләү өсөн аҡсаның күләме 450 мең һум тәшкил итә. Программа әлегә 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә.
Субсидия алыу өсөн заемсыға ипотека биргән банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ипотека кредитының бер өлөшөн түләп ҡуйыу тураһында ғариза менән бергә шәхесте, гражданлыҡты һәм әсәлекте (аталыҡты) раҫлаған документтар, торлаҡ йәки шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы һатып алыуға кредит биреү хаҡында документтар талап ителә. Документтарҙы «ДОМ.РФ» ҡарай. Ғаризаны хуплағас, ул ипотека кредитының бер өлөшөн ваҡытынан алда ҡаплау өсөн банкка аҡса күсерә.
2019 йылда ошо маҡсатҡа ил бюджетында 5 миллиард һум ҡаралған.
"Башинформ" мәғлүмәттәренән.
Читайте нас: