Стәрлетамаҡ автовокзалы алтаҡтаһындағы яҙыуҙан көлөргәме әллә иларғамы? Ниндәй наҙанлыҡ, ниндәй ахмаҡлыҡ! "БР телдәре тураһында"ғы Законды һанға һуҡмау кеүек килеп сыға түгелме? Тәржемә менән шөғөлләнеүсе хәҙер махсус ойошмалар ҙа бар.Белгән-белмәгән кешенән йә иһә Интернет ярҙамында тәржемә иттереп, хаталы яҙыуҙы бөтә ғәләмгә күрһәтеп, көлкөгә ҡалғансы, тап был өлкәлә махсуслашҡан учреждениеларға мөрәжәғәт итергә кәрәк ине лә бит. Автовокзал етәкселеге был проблемаға иғтибар биреп, тиҙ арала хаталарын төҙәтеп ҡуйырҙар тип ышанғы килә.