Билдәле йырсы Фәриҙә Ғаззалова икенсегә әсәй булған - тағы бер улдары тыуған. Был шатлыҡлы яңылыҡ менән йырсы "Бәйләнештә" төркөмөндә уртаҡлашып, былай тип яҙған: "Улыбыҙ 30 октябрҙә тыуҙы. Оҙаҡ һәм түҙемһеҙлек менән көттөк. Бигерәк тә улым Асҡар, әсәй, ҡустымды ҡасан күрәм, тип сабырһыҙланды. Ә атаһы ныҡ тулҡынланды. Бәхетле, ғүмерле, тәүфиҡлы булығыҙ, балаҡайҙарым".