газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 15:26

Бына кемдәрҙән аҡса эшләргә өйрәнергә кәрәк!

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр менән бергә ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн дә түләп ҡуяйым тип почтаға юлландым.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр менән бергә ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн дә түләп ҡуяйым, тип почтаға юлландым. Уны-быны уйлап торманым, аҡсамды сығарып бирҙем дә, чектың сыҡҡанын көтәм. Ҡағыҙҙарҙы алып, рәхмәт әйттем дә, ситкәрәк китеп чекка күҙ һалырға булдым. Квитанцияла күрһәтелгән 70 һум урынына 90 һум аҡса алынған. Түҙмәнем, кире кассир янына барып, хәлде төшөндөрөп биреүҙәрен һораным. "Комиссия алынырға тейеш түгел, тип әйттеләр. Һеҙ ни өсөн һаман өҫтәмә аҡса алаһығыҙ халыҡтан" - тинем. "Беҙҙең компьютер шулай ҡабул итә" - кассир тупаҫ ҡына шулай тине. Ҡайттым да, "Эко-Сити" төбәк операторына шылтыраттым.

- Почтаның былай эшләүе нигеҙһеҙ. Улар баш-баштаҡланып үҙҙәре халыҡтан шулай аҡса йыя. Беҙҙең арала комиссия индереү тураһында бер ниндәй ҙә килешеү төҙөлмәне. Әле етәкселек был хәлде тикшерә, - тине.

Аптырап ҡалдым. Ауыл ерендә почта берҙән-бер түләү сараһы булып тора. Үҙ ауылдарында булмаһа, кеше күрше ауылға юллана. Сүп-сар өсөн түләнергә тейешле 35 һумға 20 һум комиссияны ҡушһаң, икеләтә тиерлек хаҡ килеп сыға бит. Яҡын арала был мәсьәләнең аҙағына нөктә ҡуйылыр, тип ышанабыҙ. Бына кемдәрҙән аҡса эшләргә өйрәнергә кәрәк икән!!!
Читайте нас: