Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әленән-әле ҡыҙҙарҙы көсләү тураһында хәбәрҙәр сығып тора. Асыҡланыуынса, егет кеше 6 ноябрь кис Шакша биҫтәһендә бер йорттоң подъезында 13 йәшлек инвалид ҡыҙыҡайҙы көсләй. Полицияға был турала баланың атаһы хәбәр итә. Уның ҡыҙы коррекцион мәктәптә белем алған була. Ғәйепләнеүсенең иһә баш ҡала колледждарының береһендә уҡығаны билдәле булған. Уҡытыусылары уны "тыныс, һәйбәт егет" тип ҡылыҡһырлаған…