Республика баҫыуҙарында 47380 мең гектарҙа майҙанда шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынды. Гектарынан уңыш уртаса 367 центнер тәшкил итә. Бөтәһе бер миллион 738 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйыйып алынған. Был былтырғынан 320 мең тоннаға күберәк. Әйткәндәй, республикала үҙебеҙҙе шәкәр менән 188,3 процентҡа тәьмин итәбеҙ. Татлы аҙыҡ артығынан тыш етештерелеү сәбәпле, эске баҙарҙа уның хаҡы түбән ҡала. «Был осраҡта беҙгә шәкәрҙе экспортҡа оҙатыуға йүнәлеш тоторға кәрәк», - ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.