газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 18:24

Инвалид тип тә тормағандар

Өфөлә инвалид ирҙе үлтергәнсе туҡмайҙар. Унан аҡса талап иткән булғандар.

Өфөлә инвалид ирҙе үлтергәнсе туҡмайҙар. Унан аҡса талап иткән булғандар.Ир дуҫтары менән мунсаға барған булған. Һуң ғына ир өйөнә ҡайтырға сыға. Иптәше уны бер аҙ оҙатып килә лә, өйөнә бик йыраҡ ҡалмағас, ул кире китә. Мәктәп эргәһенән үтеп барғанда ирҙең ҡаршыһына биш кеше сығып, аҡса һорай. Бирмәгәс, бик ныҡ итеп туҡмайҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ир үҙ аяғында өйөнә ҡайтып йығыла. Әммә "Ашығыс ярҙам"ды икенсе көнөнә генә саҡыртырға ризалыҡ бирә. Врачтар уға операция яһай, реанимацияға һалалар, яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтыралар. тағы бер операция яһарға тейеш булалар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәнең өсөнсө көнөнә ул вафат була.

Ир инвалидлыҡта булған, уң яҡ ҡулы бөтөнләй эшләмәгән. Инвалид тип тә тормағандар, үлтергәнсе туҡмағандар.

Читайте нас: