Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 18:54

Инвалид балаларға - дарыуҙар

Ҡала прокуратураһы талабы буйынса инвалид балаларҙың медицина әйберҙәре менән тәьмин ителеүгә хоҡуҡтары тергеҙелгән.

Ҡала прокуратураһы талабы буйынса инвалид балаларҙың медицина әйберҙәре менән тәьмин ителеүгә хоҡуҡтары тергеҙелгән.

Салауат прокуратураһы ике кешенең мөрәжәғәте буйынса тикшереү уҙғарған. Улар үҙҙәренең балаларының бушлай медицина изделиелары алыуға хоҡуҡтары боҙолоуына дәғүә белдерә. Асыҡланыуынса, балалары шәкәр диабеты менән сирле һәм уларға даими инсулин помпаһы талап ителгән. Ата-әсәләр ҡала дауаханаһына был препараттар менән тәьмин итеүҙе һорап бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Әммә дауалау учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, дарыуханала уларҙың булмауына һылтанып, бушлай алыуға рецепттар яҙып биреүҙән баш тартҡан.

Ҡала прокуратураһы дәғүәһе буйынса суд балаларҙы бюджет иҫәбенә инсулин помпаһы өсөн кәрәкле медицина изделиелары менән тәьмин итеүҙе талап итте.
Читайте нас: