газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 18:31

Үҙ белдеге менән эш итеүе арҡаһында

Салауатта автокран машинисы суд алдында яуап бирәсәк.

Салауатта автокран машинисы суд алдында яуап бирәсәк.

Ҡала прокуратураһы “Экология-Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә эшләгән 55 йәшлек хеҙмәткәргә ҡарата енәйәт эше буйынса йомғаҡ яһаны. Ул РФ-тың Енәйәт кодексының 216-сы статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәтте башҡарыуҙа, йәғни төҙөлөш эштәре алып барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә алып барып еткереү буйынса ғәйепләнә.

Тикшереүҙән һуң, автокран машинисы ерҙең тейешле кимәлдә ныҡ булыуына инанмайынса, үҙ белдеге менән автомобиль кранын төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнмәгән майҙансыҡҡа ҡуйыуы асыҡлана. Торба үткәргестең бер киҫәген күтәргән ваҡытта ер убыла һәм кран ҡыйшая. Һөҙөмтәлә эргәлә булған эшсе конструкция менән ҡуша ҡыҫыла һәм алған йәрәхәттәренән йән бирә. Машинист үҙ ғәйебен таныған. Прокуратура эште Салауат ҡала судына йүнәлткән.
Читайте нас