Владимир Путин балаларҙың үҙ милли телендә уҡыуы һәм рус телен белмәүе киләсәктә, ул Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә белем алырға теләгәндә, сикләү тыуҙырырға тейеш түгел, тип тә белдерҙе. Шулай уҡ ПрезидентРәсәйҙә тел төрлөлөгөнә ярҙам итеү программаһын булдырыу, Рәсәй мәктәптәрендә ҡулланыласаҡ һүҙлектәр исемлеген төҙөү,
"Википедию"ны электрон рәүештәге Ҙур Рәсәй энциклопедияһына алыштырыу, юғары уҡыу йорттарында бакалавриат һәм магистратураға бүлеп уҡытыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауы һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алышыу барҙы.