газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 10:46

Аҡса бүленә, эшлә генә!

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Башҡортостанға алты йыл эсендә 170 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Башҡортостанға алты йыл эсендә 170 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Шуның 4,9 миллиарды инфаркт һәм яман шеш менән көрәшкә, яңы балалар дауаханалары булдырыуға йүнәлтеләсәк, ә алты йыл эсендә медицинаға барлығы 16,5 миллиард һум бүленәсәк. Онкология йүнәлешендәге медицина ойошмаларын яңынан йыһазландырыуға 666 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. 2020 йылда быға сығымдар 1 миллиардтан артып китәсәк. Өфөлә онкология диспансерының яңы хирургия корпусы сафҡа инәсәк, район дауаханаларында ла онкология бүлектәре булдырыласаҡ.Яңы дауалау учреждениелары төҙөлөшөнә 500 миллион һум бүленә. Балалар поликлиникаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға 296 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Ауыл биләмәләрендә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм күсмә медицина комплекстары булдырыуға 260 миллион һум йүнәлтеләсәк.

“Ауыл табибы” программаһына республика 62 миллион һум аласаҡ, быға республика үз бюджетынан өҫтәмә рәүештә 50 миллион һум бүлеп бирәсәк. Тағын 125 миллион һум медицина кадрҙарын бүләкләүгә тотоноласаҡ.

#Миллипроекттар
Читайте нас: