Сит ил табиптары 38 йәшлек ҡатындың эсенән 18,1 килограмлыҡ яман шеште алған. Ҡатын ете ай дауамында эсе ауыртыуына зарланған. Ҡатындың үҙе лә, табиптар ҙа уны йөклө, тип уйлағандар. Бер ваҡыт ҡатынға тын алыуы ауырлаша башлай һәм уны дауаханаға ебәрәләр. Икенсе дауахана табиптары ҡатындың эсендә киста булыуын, уның 95 процент урынды биләүен әйтә. Тағы әҙ генә һуңлаһалар, ул ҡатындың эсендә үҫеп шартлар ине. Операция эшләгән врач, һыу тулы был тиклем ҙур кистаны быға тиклем бер ҡасан да күрмәгән булған. Йөклөлөктә яман шештән айыра белмәүҙәре бигерәк ҡыҙғаныс инде. Хәҙер ниндәй генә тикшеренеүҙәр, медицина ҡорамалдары юҡ. Аптырарлыҡ хәл...