Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 11:05

Ирекмәндәр бергә йыйыла

2-5 декабрҙә Мәскәүҙә Ирекмәндәрҙең халыҡ-ара форумы үтә. Сара “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙғарыла. Әле теркәлеү башланған да инде.

2-5 декабрҙә Мәскәүҙә Ирекмәндәрҙең халыҡ-ара форумы үтә. Сара “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙғарыла. Әле теркәлеү башланған да инде. Йыйын алтынсы тапҡыр ойошторола. Уның сираттағыһына Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән ун мең самаһы кеше килеүе көтөлә. Беренсе көндә ҡатнашыусылар социаль учреждениеларҙа, мәрхәмәтлек фондтарында булып, волонтерлыҡтың төрлө яҡлап үҫеш үҙенсәлектәре менән танышасаҡ, кәрәкле урында ярҙам күрһәтәсәк. Артабанғы ике көндә - 3-4 декабрҙә эшлекле программа ҡаралған. Ирекмәндәр йәмғиәттәге төп мәсьәләләрҙе билдәләү йәһәтенән фекер алышыуҙарҙа, оҫталыҡ кластарында, профилле секцияларҙа, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының социаль башланғыстағы күргәҙмәләрендә ҡатнашасаҡ. Сара “Рәсәй ирекмәне-2019” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренә премиялар тапшырыу менән тамамланасаҡ.

#Миллипроекттар
Читайте нас: