Көндәр һалҡынайыу менән йылғаларҙың, күлдәрҙең өҫтө йоҡа ғына боҙ менән ҡаплана. Был ваҡытта уның өҫтөнә баҫыу үтә лә хәүефле.
Ошо осорҙа бәхетһеҙлек осраҡтары ла килеп сығып тора. Әлбиттә, әлеге боҙға бөтөнләй ышанырға ярамай. Бигерәк тә ата-әсәләргә иғтибарлы булырға кәрәк, әлеге боҙ яҡшылап та туңмаған ваҡытта балаларын һыу буйына ебәреү кәрәкмәй. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, боҙ 10-15 см ҡалынлыҡта ғына ныҡ булып иҫәпләнә. Шуныһы ла бар, йылғаларҙа уның ҡалынлығы бер төрлө лә булмаҫҡа мөмкин. Яр тирәһендә ул ҡалыныраҡ, ағым ерендә бөтөнләй туңмаған көйө булыуы ла ихтимал.
Әлеге ваҡытта кисен, төндә бөтөнләй йылға-күлдәргә бармағыҙ. Йылға аша боҙҙан түгел, ә күпер аша сығыу хәйерлерәк. Йылғаға төшөп боҙҙоң ныҡлығын аяҡта һикереп тикшереп ҡарамағыҙ. Ата-әсәләр, балаларын әлегә бөтөнләй һыу буйына ебәрмәгеҙ!