Бер ай элек тирәһе Шаҡша биҫтәһендә аслы-туҡлы көн күргән Валентина Докалованың яҙмышы күптәрҙе тетрәндерҙе. Ул йәшәү өсөн көрәшә ине. Фатирында бысраҡлыҡ хөкөм һөрә, аҙыҡ эҙләп ул подъезға йә иһә урамға сығып хәйерселәргә мәжбүр булған.
Валентина Александровна тураһында сюжет телевидение эфирында күрһәтелгәндән һуң, яңғыҙ ҡатындың ауыр яҙмышына битараф булмаған кешеләр байтаҡ булып сыға. Ирекмәндәр уның фатирын таҙартып, медицина ярҙамын саҡырта. Кеше көнөнә ҡалған ханым хәҙер инде йылмая, ихлас һөйләшә.Валентина Докалова Өфөнөң 12-се ҡала дауахнаһына оҙатыла. Бында ул дауалау курсы үтә, уны ҡарайҙар, ваҡытында ашаталар. Йыш ҡына мәрхәмәтле кешеләр пенсионерҙы тәрбиәләргә килә.
Туғандары уны ҡарауға алыуҙан баш тартҡан. Ә белгестәр фекеренсә, Валентина Александровна көндәлек тәрбиәгә, медицина ярҙамына мохтаж.Әлеге мәлдә оло кешегә йорт-интернат – иң ҡулайлыһы. Махсус учреждениела ул тәүлек әйләнәһенә хеҙмәткәрҙәр күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Шуға ла яңғыҙ ҡатын дауаханан ҡарттар йортона оҙатылды.