газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 15:25

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда, тип киҫәтә

Киләһе аҙнала беҙҙе ниҙәр көткәнен аҙналыҡ йондоҙнамәнән уҡып белегеҙ.

Киләһе аҙнала беҙҙе ниҙәр көткәнен аҙналыҡ йондоҙнамәнән уҡып белегеҙ. 4 - 10 ноябргә аҙналыҡ йондоҙнамә.

Ҡуҙы (21.03 - 20.04)

Ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлергә өйрәнегеҙ. Ялдарға пландарығыҙҙың өҙөлөүе ихтимал. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ һеҙҙән кәңәш көтәсәк. Эре әйбер һатып алыр булһағыҙ, был эште йәкшәмбегә ҡалдырығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән арағыҙ боҙолор.

Буға (21.04 - 21.05)

Фекерҙәштәр табып, эшегеҙҙе көйгә һалырһығыҙ. Яҡындарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр яҡшы булыр. Күптәнге хыялығыҙ һаман да тормошҡа ашмай ҡала бирер. Уның ҡарауы, ғаилә ағзаларының береһе ҙур сюрприз яһар.

Игеҙәктәр (22.05 - 21.06)

Ымһындырғыс тәҡдим яһаған сит-ят кешеләргә ышанмағыҙ. Балаларығыҙ шатландырып ҡына торор. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ, маҡсатығыҙға табан ҡыйыу барығыҙ. Эш урынын алыштырыу ихтималлығы бар. Интернет-магазиндарҙан әйбер алырға тырышмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Күп ҡыҫалаларға башҡаларҙың эшен башҡарырға тура килер. Йома туғандарығыҙҙың ҡайһыныһылыр мөнәсәбәт асыҡларға уйлар. Бирешмәгеҙ, һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ. Ял көндәрендә өйҙә бикләнеп ултырмағыҙ - мауыҡтырғыс сараларға барығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Карьера өлкәһендә уңыш көтә. Кемделер үрләтерҙәр, бәғзеләргә ҙур күләмдә премия бирерҙәр. Тәнде сыныҡтырыу сәләмәтлегегеҙгә ыңғай йоғонто яһар.Тирә-йүндәгеләрҙең фекерен кире ҡаҡмағыҙ. Юлда машинағыҙҙың ватылыуы бар.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ваҡ-төйәк эштәрҙе тамамларға тырышығыҙ. Аҙ таныш булған кешеләргә пландарығыҙ тураһында һөйләмәгеҙ. Отпуск алғанһығыҙ икән, алыҫ сәйәхәткә юлланыу өсөн яҡшы мәл. Яңы таныштар табырһығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән етди һөйләшеү көтә.

Үлсәү (24.09 - 23.10)

Эштә үрләтеүҙәре йә эш хаҡын күтәреүҙәре ихтимал. Йорт эштәре менән мәшғүл булығыҙ, яңы мебель алығыҙ. Ҡайһы бер үлсәүҙәр үҙҙәрендә һәләт асыр. Уны артабан да үҫтерергә тырышығыҙ. Эшкә лә, шәхси тормошоғоҙға ла иғтибарҙы берҙәй бүлегеҙ.

Саян (24.10 - 22.11)

Үҙегеҙгә яңы бурыс йөкләтерҙәр. Осрашу-һөйләшеүҙәр, алыҫ ергә командировкалар - барыһы ла буласаҡ. Ғаиләгеҙҙәге мөхит яҡшы. Тик икенсе яртығыҙҙың төшөнкө кәйефе генә күңелегеҙҙе төшөрөр. Ял көндәрендә һатып алынған әйберегеҙ уңышлы булыр.

Уҡсы (23.11 - 21.12)

Ижад менән шөғөлләнеүсе уҡсыларға аҙна һөҙөмтәле килер. Өлкән йәштәге туғандарығыҙға ҡунаҡ бүлмәһе өсөн интерьер һайлашығыҙ. Өҫтәмә аҡса эшләйем тип, барынан ҡолаҡ ҡағып ҡуймағыҙ. Йәш аралары ҙур булған ғаилә парҙарының аралары нығыныр.

Ылаҡ (22.12 - 20.01)

Алдығыҙға артыҡ ҡатмарлы бурыстар ҡуймағыҙ. Аҙна аҙағына йондоҙҙар танышлыҡтарҙы киңәйтергә кәңәш итә. Интернеттағы кәңәштәргә ышанмағыҙ. Был, айырыуса, сәләмәтлеккә ҡағыла. Бәләкәй балаларығыҙ менән тупаҫ һөйләшмәгеҙ.

Һыуғояр (21.01 - 19.02)

Эшлекле осрашыуҙар күп булыр. Йорт мәшәҡәттәре лә баштан ашыр. Юлда сетерекле хәлдәргә осрарһығыҙ. Килешеүҙәргә ҡул ҡуйғанда иғтибарығыҙҙы юғалтмағыҙ. Юлығыҙға арҡыры төшөүселәр табылыр. Яңғыҙҙарҙың үҙ ишен осратыу мөмкинлеге бар.

Балыҡ (20.02 - 20.03)

Аҙнаның икенсе яртыһы хәләлегеҙ менән араларҙы нығытыу өсөн уңышлы. Дуҫтарығыҙ менән осрашып, күрешеп алырға онотмағыҙ. Һаулығығыҙға ҡул һелтәп ҡарамағыҙ - хроник ауырыуҙарығыҙҙың ҡуҙғыуы ихтимал. Кеҫәгеҙ бер аҙ йоҡарыр.


Читайте нас: