1 ноябрҙән тахографтар автобус һәм ҙур йөк машиналары водителдәре өсөн мотлаҡ булып тора. Юғиһә, 5 мең һум штраф янай.
Юридик шәхескә ҡарата был сумма 10 тапҡырға артығыраҡ. Тахограф транспорттың хәрәкәт итеү тиҙлеген, эшләү һәм ял итеү ваҡытын теркәп бара. Яҙма өҙлөкһөҙ алып барыла. Ундағы мәғлүмәтте теләгән ваҡытта баҫтырып сығарып, транспорт сараһының хәрәкәт итеү картинаһы менән танышып була.
Автомобилселәргә ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ бар - ул техник сараның паспортын электронға күсереү. Ҡағыҙ документ тарихта ҡаласаҡ.