газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 16:30

Табип хатаһына юл ҡуйылмаһын

Рәсәйҙә пациенттарҙы тикшереүҙә, инвалидлыҡ биреүҙә хата ебәргән табиптарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы ҡәтғиләштереү. Президент Владимир Путин Калининградта йәмәғәтселек менән осрашыуҙа ошо темаға үҙ фекерен белдерҙе.

Үҙ бурыстарыңа еңел-елпе ҡараған өсөн яза ғәмәлдәге законға ярашлы бирелергә тейеш. Росздравнадзор быға хоҡуҡлы. Мотлаҡ медицина страховкалау системаһына ла был хоҡуҡты бирергә кәрәк.

Путин ошонда уҡ РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцоваға һәм вице-премьер Татьяна Голиковаға мәсьәләне тикшерергә тәҡдим итте.

“Язаны көсәйтеү түгел, ә уның ҡотолғоһоҙлоғо мөһим. Шул саҡта яза сараһын көсәйтеүҙең дә кәрәге ҡалмаясаҡ. Тап ошо юҫыҡта эшләргә кәрәк”, – тине ул.
Читайте нас: