Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 16:08

Әсәһен яҡлашып дауаханаға эләккән

Екатеринбургта йәшәүсе ике йәшлек бала әсәһен йәберләүсе ирҙең аяғын бөтә көсөнә тешләгән.

Екатеринбургта йәшәүсе ике йәшлек бала әсәһен йәберләүсе ирҙең аяғын бөтә көсөнә тешләгән. Сабыйҙы ғаилә башлығы таш иҙәнгә алып ырғытҡан. Бала дауаханаға эләккән.

Ҡатынды ир йыш ҡына туҡмар булған. Күптән түгел ир, йәнә иҫерек килеш өйгә ҡайтып, ҡатынға йоҙроҡтар менән бәләкәй генә малайҙың күҙ алдында ташланған. Әсәһенә ҡурҡыныс янауын аңлаған сабый ирҙең аяғын бик ҡаты итеп тешләгән. Ир аяғын һелтәп ебәрә һәм бала таш иҙәнгә башы менән барып төшә.

Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Читайте нас: