Матурлыҡ салонына барған ҡыҙының бармаҡтарын күреп әсә шаҡ ҡата - өс бармағы шешкән, эренләгән була. Уға ашығыс рәүештә операция яһайҙар, «эренле панариций» тигән диагноз ҡуйыла. Әсә ғәйеп салон хеҙмәткәрҙәрендә, тип иҫәпләй. Улар бармаҡ тирәләй тирене ныҡ итеп киҫеп алғандар. Салон ғәйебен таныуын таныған, маникюр хаҡын да ҡайтарырға риза булған. Әммә ғариза яҙыусынан зыян күргән өсөн ярҙам талап итеп йөрөмәҫкә ҡушҡан. Был инде ҡатынды сығырынан сығарған. Ул ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығына, прокуратураға, өлкә парламентына һәм башҡа инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Әлегә бер ниндәй һөҙөмтә лә юҡ. Ахырыһы, эш судҡа тиклем барып етер.