Улар беҙҙә бойҙай, арпа үҫтереүселәр, соя, рапс, көнбағыш ҡалдыҡтары, төпрәләре етештергән предприятиелар менән ҡыҙыҡһына. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 22 - 26 октябрҙә улар Шишмә май һығыу заводы, Дәүләкән икмәк аҙыҡтары комбинаты эшмәкәрлеген ҡараны. Әйткәндәй, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тармағында йыл экспортеры номинацияһында Шишмә май һығыу заводы еңеүсе булып танылды. Был предприятие көнбағыш майы етештереү буйынса махсуслашҡан. 2018 йылда унда рапс майы һығылып, Европаға экспортҡа оҙатыла башланы. «Ҡытай делегацияһына беҙҙә етештерелгән продукция оҡшаһа, Рәсәйҙең экспортҡа иген оҙатыу мөмкинлеге һиҙелерлек артасаҡ», - ти белгестәр.