газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 16:19

Үҙ-үҙенә эшләүселәрҙән һалым түләттермәкселәр

РФ Финанс министрлығы 19 төбәгендә үҙ-үҙенә эшләүсе кешеләргә һалым индерергә тәҡдим иткән.

РФ Финанс министрлығы 19 төбәгендә үҙ-үҙенә эшләүсе кешеләргә һалым индерергә тәҡдим иткән.

Атап әйткәндә, экспериментҡа Санкт-Петербург, Воронеж, Волгоград, Ленинград, Нижегордка, Новосибирск, Омск, Ростов, Һамар, Сахалин, Свердловск, Төмән һәм Силәбе өлкәләре лә ҡушылырға тейеш. Шулай уҡ һүҙ Красноярск һәм Пермь крайҙары, Янало-Ненецк, Ханты-Манси автономиялы округтары һәм Башҡортостан Республикаһы тураһында бара.

Тәүҙәрәк Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко бындай һалымды тотош ил буйынса индерергә тәҡдим иткәйне. Финанс министры Антон Силуанов был режимды ҡулланырға мөмкин булған һөнәрҙәр исемлеген билдәләү тураһында фекерен еткерҙе. Әлеге ваҡытта бындай тәжрибә Мәскәү, Мәскәү яны, Калуга өлкәһендә һәм Татарстанда һынау үтә.
Читайте нас: