Рәсәй Президенты Куба Президенты Мигел Диас-Канель Бермудесты ҡабул итте.
Ике ил етәкселеге Рәсәй-Куба стратегик партнерлығын нығытыу мәсьәләләре, халыҡ-ара көнүҙәк темалар тураһында һөйләште.
Владимир Путин әңгәмәсеһен Президент булып һайланыуы менән дә ҡотларға онотманы.
- Беҙ юғары кимәлдә бәйләнеште дауам итәбеҙ. Халыҡ-ара аренала ла актив хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Былтыр беҙҙең илдәр араһында тауар әйләнеше 33 процентҡа тиклем артыуын билдәләр инем, - тине Владимир Путин.
Мигел Диас-Канель Бермудес әфәнде беҙҙең илгә килеүенә һөйөнөүен белдерҙе. Баҡһаң, Президент вазифаһында Европа төбәгендәге тәүге сит илгә сәфәре тап Рәсәйгә килеүе икән.