Әсәлек капиталын хаҡы бер миллион һумға тиклем һәм беҙҙең илдә етештерелгән автомобилде һатып алыу өсөн файҙаланыу тураһында закон проекты ҡарала. Был тәҡдимде “Ғәҙел Рәсәй” партияһы депутаттары индергән. Бала тыуғас, ғаиләнең машинаға ихтыяжы арта, ғаиләләргә лә, Рәсәй автопромына ла ярҙам буласаҡ тип иҫәпләй улар.
Бынан тыш, әсәлек капиталының бер өлөшөн торлаҡҡа газ үткәреү, торлаҡты үҙәкләштерелгән һыу тәьминәте, һыу бүлеү системаларына тоташтырыуға йәки һыу менән тәьмин итеүҙең автономиялы системаларын үткәреүгә тотонорға ла тәҡдим ителә.
Әлеге ваҡытта “Әсәлек капиталы”ның күпселек өлөшө торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сарыф ителә.