Дүртөйлө районында буш шешәләр араһында бер айы ла тулмаған сабыйҙың кәүҙәһе табылған. Уны баланың әсәһе тапҡан. Криминалисттар бала тәнендә күренеп торған йәрәхәттәр тапмаған. Уны суд-медэкспертиза тикшерәсәк. Енәйәт урынынан әйберҙәр алынған, шул иҫәптән 16 һыра шешәһе һәм дүрт кеҫә телефоны.