Кескәй Софья операцияға Израилгә китә алманы. Сәбәбе ниҙә? Баланың әсәһе бында Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫарын ғәйепләй: ул документтарҙы ваҡытында әҙерләп бөтөрмәгән. Интернетта, Софьяны балалар баҡсаһына алмайҙар, тип шаулай башлағас, республика Башлығы Радий Хәбиров сабый менән шәхсән ҡыҙыҡһынды һәм, уның яҙмышын контролдә тотасаҡмын, тип вәғәҙәләне. Израиль табиптары операция яһарға ла риза ине. Юл, йәшәү, һәм операция хаҡын Башҡортостан Хөкүмәте ҡаплай, тип тә белдергәйне лә бит Радий Фәрит улы. Бәлки, мәсьәлә хәл ителер, ғәйеплеләр үҙ язаһын алыр.