Был тетрәндергес фажиғә Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында була. Туғыҙ айлыҡ сабый, әсәһенең ғәмһеҙлеге арҡаһында, яҡты донъя менән хушлаша.
21 октябрҙә был ҡатын оло улын үҙе менән алып, өйҙән сығып китә. Тағы ике балаһын - өс йәшлек ҡыҙын һәм туғыҙ айлыҡ улын үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдыра. Ике көндән өйгә ҡайтҡас, туғыҙ айлыҡ сабыйының үлгәнен күрә. Быға уның иҫе лә китмәй, иҫән ҡалған бәләкәс ҡыҙын ала ла тағы сығып китә. Үлгән сабыйҙы ейәндәре янына хәл белергә тип килгән өләсәһе таба.
"Әлеге ваҡиғаны хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия тикшерә. Балаларҙы ғаиләнән алып киткәндәр, улар приютта", - тип һөйләй Силәбе өлкәһенең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ирина Буторина.