"Мәғлүмәт инфраструктураһы" федераль проекты Башҡортостанда ла ғәмәлгә ашырыла. Шуға ярашлы, Дәүләкән районында 100-ҙән алып 1000 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙағы әһәмиәтле социаль объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса эштәр тамамланды тиерлек. "Мәғлүмәт инфраструктураһы" проекты элемтә каналдарын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Был проект Президент Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Рәсәйҙең цифрлы иҡтисады" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. 1 декабргә тиклем 722 объект юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылырға тейеш. 2021 йылға төбәктәге 2774 объект юғары тиҙлекле интернетлы буласаҡ.