Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 11:59

Үҙ язаһын аласаҡ

Быйыл май аҙағында Өфөлә "Мир" фирмаһы" туҡталышы эргәһендә 34 йәшлек ҡатын бер уҡыусыны тапатҡайны. Ул "Nissan X-Trail" автомобилендә булған, светофорҙың йәшел утына велосипедта ашығып сығып барған баланы күрмәгән.

Быйыл май аҙағында Өфөлә "Мир" фирмаһы" туҡталышы эргәһендә 34 йәшлек ҡатын бер уҡыусыны тапатҡайны. Ул "Nissan X-Trail" автомобилендә булған, светофорҙың йәшел утына велосипедта ашығып сығып барған баланы күрмәгән.10 йәшлек малай алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән бирә. Суд водителде өс йыл һынау ваҡыты менән ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итеү һәм унан баланың ата- әсәһенә 500 мең һум әхлаҡи зыянды ҡаплатыу тураһында ҡарар сығарҙы. Прокуратура был ҡарар менән риза булмай уны кире ҡаҡты . Республиканың Юғары суды ғәйепләнеүсе ҡатынды ике йылға колония- поселениеға ебәрергә хөкөм иткән.
Читайте нас: