газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 14:56

Кәштәләрҙә - сифатһыҙ һөт

«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре супермаркет һәм, һатыу нөктәләрендә һөт сифатының 710 өлгөһөн тикшергән һәм уларҙың яртыһының хәүефле булыуы мөмкин, тип белдергән.

«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре супермаркет һәм, һатыу нөктәләрендә һөт сифатының 710 пробаһын тикшергән һәм уларҙың яртыһының хәүефле булыуы мөмкин, тип белдергән. Тикшереүгә алынған өлгөләрҙең 10 проценты – микробиологик, 8,3 проценты физик-химик күрһәткестәр буйынса талаптарға тура килмәгән. Ә тағы ла 1,5 процентының ялған булыуы асыҡланған.
Ведомство хеҙмәткәрҙәренә барлығы 220 килограмлыҡ 55 партия һөт продукцияһын һатыуҙан алырға тура килгән. Әйткәндәй, уларҙың яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан, һаҡлау шарттары һаҡланмаған, маркалау талаптары ла үтәлмәгән.


Тикшереү барышында талаптарҙы һаҡламаған һатыу нөктәләренә 215 мең һумлыҡ штраф һалынған.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас