Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 18:40

Эй, йылғырҙар ҙа инде!

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда "Алға" картаһы менән иҫәпләшә башланылар. Был осраҡта "Башавтотранс"та карта менән иҫәпләшһәң, юл хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәнгә ҡарағанда арзаныраҡҡа барып баҫа.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда "Алға" картаһы менән иҫәпләшә башланылар. Был осраҡта "Башавтотранс"та карта менән иҫәпләшһәң, юл хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәнгә ҡарағанда арзаныраҡҡа барып баҫа. Әммә шәхси компаниялар терминал ҡуйҙырырға ашыҡмай. Клиенттарҙы йәлеп итер өсөн әленән-әле хәйлә сығарып ҡына торалар. Әйтәйек, баш ҡалала ҡайһы берәүҙәр махсус рәүештә ҡулаҡса өсөн ташлама индерә башлаған. Йәғни, карта менән иҫәпләшһәң, юл хаҡы 25 һум буласаҡ, ә “тере” аҡса менән - 20 тәңкә. Уларҙың хәйләле алымына ҡаршы республика етәкселеге сикләү индерер микән?

Читайте нас