Башҡортостанда йырсы Валерия һәм уның ире, продюсер Иосиф Пригожин Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына килде.Стәрлетамаҡ дауаханаһы ғәҙәти булмаған ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Улар дауахананың баш табибы һәм балалар менән аралашты. Ауыр ғаиләләрҙән балаларға бүләктәр ҙә таратты.Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһында ауыр ғаиләләрҙән, ата-әсәһе баш күтәрмәй эскән йә иһә уларҙан баш тартҡан балалар йәшәй. Хәҙер дауахана - 6 айҙан алып 6 йәшкә тиклемге балаларҙың даими йәшәгән урыны.