Был тетрәндергес фажиғә Архенгел районында була. Бер ирҙе ҡустыһын үлтереүҙә ғәйепләйҙәр.
Ҡыш көндәренең береһендә хөкөм ителеүсе ҡустыһы менән табын ҡора. Йортта уларҙың ата-әсәһе, ирҙең элекке ҡатыны ла була. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡатын ҡайтып китә. Һүҙ артынан һүҙ сыға,оло ғауға ҡуба. Хөкөм ителеүсе ҡустыһын ҡатыны менән мөнәсәбәттә булыуҙа ғәйепләй, тегеһе быны кире ҡаға. Ярһыған ир, ҡустыһын ҡурҡытыу уйы менән, боҙ ватҡыс менән һелтәнә. Тегеһе ситкә тайпыла тайпылыуын, әммә осло ҡорал уның елкәһенә эләгеп өлгөрә. Ир урында яҡты донъя менән хушлаша.
Ҡурҡҡан ир ҡустыһының кәүҙәһен баҡсаға һөйрәп алып бара, уны ҡар менән күмеп ҡуя. Иртәгәһенә кире килеп кәүҙәне тураҡлай һәм ҡапсыҡтарға тултыра. Һуңынан уларҙы йылғаға ырғыта. Был ваҡиғанан бер нисә ай ваҡыт үтеп китә. Хоҡуҡ һаҡсыларының ҡустыһы тураһындағы һорауҙарына ир: "Аҡса эшләргә сығып китте" тип кенә яуап бирә. Ә көҙөн вафат булыусыға эҙләү иғлан итәләр. Шунан һуң ғына ир ҡустыһын үлтереүен әйтә.
Үлтереүсе судта ғәйебен тулыһынса таный. Уны дүрт йыл да һигеҙ айға иркенән мәхрүм итәләр.