Башҡортостанда бер ҡатын Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының кәүҙәһен ҡәберлектән ҡаҙып алыуҙы һорай. Был урын уның үҙенә тейешле, тип иҫбатлай ул. Был хәл Күгәрсен районында була. Уҡытыусы ҡатын фронтовиктың туғандарынан уның кәүҙәһен икенсе урынға ерләүҙәрен талап итә. Ә эш бына ниҙә.
Ҡатын был урынды үҙҙәренең нәҫеленеке тип иҫәпләй - эргәлә уның ата-әсәһе ерләнгән һәм, мосолман йолаларына ярашлы, ул да үлгәндән һуң, улар янында ятырға тейеш, әсәһе лә шулай тип әйтеп ҡалдырған. Ошо урынға хужа булыуымды раҫлаған документтарым бар, тип ышандырған ҡатын. Ә ысынында улар юҡ. Бынан тыш, ҡатын ветерандың ғаиләһе уға 100 мең һум түләргә тейеш тигән талап ҡуйған.
Зөфәр Вәлиулла улы Әхмәтйәнов 1943 йылда, 18 йәше тулы-тулмаҫтан, һуғышҡа киткән. Ул элемтәсе булған, совет ерен азат итеүҙә ҡатнашҡан, өҫтәүенә Европаның яртыһын гиҙеп үткән. 1949 йылда өйөнә «Батырлыҡ өсөн», «Праганы азат иткән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән ҡайтҡан.
Өс йыл элек ветеран вафат булған - ауыл советында уны ҡайҙа ерләргә мөмкин икәнен әйткәндәр.
- Әгәр шул саҡта урын икенсе кешегә тәғәйенләнгән тиһәләр, унда ерләмәҫ инек, ләкин беҙгә бер кем дә бер нәмә лә әйтмәне. Йолаларҙы үтәү мөһим, әлбиттә, әммә ата-әсәһе уның был ҡылығын - тыуған илде һаҡлаусының кәүҙәһен ҡаҙып алыуҙы хуплар инеме икән? - тип борсол ветерандың туғандары.