Артистар социаль селтәрҙәрҙәге үҙҙәренең сәхифәләрендә концерттарҙан, гастролдәрҙән һуң кисерештәре, ҡыҙыҡлы хәлдәре менән уртаҡлаша.
«Көлкөгә ҡалдым. Ҡыҙып китеп йырлағанда күлмәгем йыртылған! Кемдер күҙ тейҙерҙе. Ҡайһығыҙ шундай хәлгә ҡалғаны бар?» - тип яҙған Фирдүс Тямаев Инстаграм таҫмаһында һәм йыртыҡ күлмәк видеоһын һалған.
«Минең разножка һикергәндә салбар икегә айырылды, була торған хәл», - тип яуап биргән юморист Данир Сабиров.
«Шәп бит инде, вентиляция», - тип яҙған йырсы Рифат Зарипов.
«Хатта күлмәгең сыҙамай был ҡәҙәр энергияға», «Һуңғы көсөңә ҡәҙәр эшләйһең, Фирдүс улым», «Була торған хәл, ысын күңелдән бейегәнһең», «Энергияң көслө. Үҙең сыҙа Фирдүс. Янма», - тип яҙған халыҡ Фирдүскә.