газета "Салауат"
+13 °С
Облачно
Новости
25 Октября 2019, 07:41
Яңы йыр менән «Йәшлек-шоу»ға
«Йәшлек-шоу» республика фестивале яңы йырҙар башҡарыусыларҙы саҡыра. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ғаризаларҙы 30 октябргә тиклем фестивалдең рәсми почтаһына ебәрергә кәрәк: yashlek.show2019@gmail.com. Унда эстрада башҡарыусылары – 16-нан алып 27 йәшкәсә солистар һәм төркөмдәр ҡатнаша ала.
«Йәшлек-шоу» республика фестивале яңы йырҙар башҡарыусыларҙы саҡыра. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы.
Ғаризаларҙы 30 октябргә тиклем фестивалдең рәсми почтаһына ебәрергә кәрәк:
yashlek.show2019@gmail.com
.
Унда эстрада башҡарыусылары – 16-нан алып 27 йәшкәсә солистар һәм төркөмдәр ҡатнаша ала.Ғаризала «тере» тауыш менән башҡорт телендәге йырҙың видеоһы; тултырылған анкета; юғары сифатлы өс фотоһүрәт һәм башҡорт телендә яҙҙырылған әҙер йыр булырға тейеш. Төп шарт – йырҙың бығаса яңғырамауы.
Иң яҡшыларҙы ойоштороусылар командаһы Өфөгә тыңлауға саҡыра. Финалсыларҙың береһе «Бәйләнештә» социаль селтәрендә тамашасыларҙың тауыш биреү юлы менән һайлап алына.
«Йәшлек шоу-2019» гала-концерты 14 ноябрҙә була. Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50. Фестивалдең «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмө:
https://vk.com/yashlek.show2019
.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"