газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 11:45

"Ун минут уҙғас, Фирүзә шылтырата. "Апай үлә шикелле..."

Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Хәниә Фәрхиҙең, яҡындарын, меңәрләгән тамашасыһын илатып, яҡты донъя менән хушлашыуына ике йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы.

Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Хәниә Фәрхиҙең, яҡындарын, меңәрләгән тамашасыһын илатып, яҡты донъя менән хушлашыуына ике йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы.Әле лә уның арабыҙҙа юҡлығына бер ҙә ышанғы килмәй, ә инде йырҙарын тыңлағанда күҙҙәр йәшкә мансыла.

Әммә уның ниндәй шарттарҙа мәрхүмә булып ҡалғаны хаҡында төрлө хәбәрҙәр, уйҙырмалар әле лә тынмай. Хәниә Фәрхиҙең ғүмеренең һуңғы минуттары ысынлап та ниндәй булғаны хаҡында яҡындары журналистар менән уртаҡлашҡан.

"Күҙҙәре йәшкә тулып килгәйне. Бик һағындым, тине. Бәлки, йөрәге һиҙенгәндер. Мин уға: "Ниңә илайһың, апай, ҡәҙерлем минең, алтыным? Илшат менән ҡаршылайбыҙ, әсәй иҫән-һау, бөтәһе лә яҡшы бит". Ә ул: "Мин һеҙҙе шул тиклем ныҡ һағындым". Ул шулай тип хушлашҡан. Һәр ваҡыт, Өфөгә концерт менән килгән һайын, мотлаҡ Тәтешлегә килә ине. Иң иртә булғаны төнгө сәғәт ике була торғайны, әсәй менән өҫтәл янында сәғәтләп ултырып сәй эсәләр, ә иртәнсәк тағы ла юлға, меңәрләп саҡрымға. Икенсе берәү булһа, ярай, икенсе юлы инермен, тип әйтер. Ә ул бер тапҡыр ҙа улай итмәне. Һәр саҡ бында ҡайтырға ашҡынды..." – тип һөйләй бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина.

Фирүзәнең ире Илшат Ибәтуллин да Хәниә Фәрхи менән осрашҡан.

"Эйе,был көндә мин эштә булдым. Беҙ ҡайтыуға, һәр ваҡыттағыса, ашарға әҙерләгәйне, ҡыяр тоҙлаған. Ҡазандан уның артынан машина килде. Ул көн төшкө ашҡа ҡайта алманым. Фирүзә шылтырата: "Беҙ китәбеҙ, оҙата ҡайтмайһыңмы?" Сәғәт дүрттәр тирәһендә өйҙә инем. Улар сығырға йыйынған. Хәниә апай миңә: "Кейәү төшкө ашҡа көттөм, ашарға әҙерләп", – ти, үҙе йылмая, көлә. Хәниә апай алға ултырҙы, Фирүзә һәм беҙҙең ике ҡыҙ – артҡа. Ҡосаҡлашып хушлаштыҡ. Улар ҡуҙғалғандан һуң ун минут уҙғас, Фирүзә шылтырата. "Апай үлә шикелле..." – ти. Был күҙ асып йомғансы булды, бер мәл – һәм ул юҡ, йәне осоп китте", – тип иҫкә ала ул был минуттарҙы.

Эйе, Башҡортостандың һандуғастары Вәсилә Фәттәхова менән Хәниә Фәрхи беҙҙе шаңҡытып, бер-бер артлы фани донъянан китеп барҙы. Шундай һәләтлеләр теге донъяла ла кәрәктер инде...

(Рәмилә МУСИНА "Башҡортостан" гәзите)
Читайте нас: