газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 12:10

Туҡталышта төш кенә әле!

Баш ҡалала автобус водителе пассажирҙы туҡмаған.

Баш ҡалала автобус водителе пассажирҙы туҡмаған .Көпә-көндөҙ 272-нсе маршрутта булған хәл был. Ир автобус водителе һүҙ менән ҡыйырһытҡан бер ҡыҙҙы яҡлашкан. Улар һуғыша башлаған. Асыҡланыуынса, ҡыҙ юл өсөн банк картаһы менән түләгән. Терминалдан сыҡҡан чекта күберәк сумма тотолоп ҡалынуы асыҡланғас, ҡыз сдача ҡайтарыуҙы һораған, ләкин яуапҡа һүгенеү һүҙҙәре генә ишеткән. Водитель юл буйы ҡыҙға һәм уны яҡлашҡан иргә насар һүҙҙәр яуҙырып килгән. БДУ тирәһендә ул автобусын ҡапыл туҡтатҡан һәм иргә ташланған. Көстәр тигеҙ булмағанлыҡтан, водитель еңә башлаған. Ҡыҙ илай-илай был хәлде смартфонына төшөргән. Ҡыҙға ла бер аҙ эләккән, “матур” һүҙҙәрҙән тыш, ул “Һуңғы туҡталышта төш кенә, мин һиңә күрһәтермен әле!” тигән янау һүҙҙәре лә ишеткән.

- Мин шул тиклем аптырайым был хәлгә. Ҡайҙа мөҡрәжәғәт итергә лә белмәйем. Мине яҡлашҡан егеткә рәхмәтлемен, - ти ҡыҙ.

Баҡтиһәң, водителдең был ҡылығы тәүгә түгел икән. Иң аптыратҡаны шул, водитель һаман эш урынында, һәм һаман да агрессив...
Читайте нас: