Был хәл баланың әсәһе менән урам буйлап йөрөгәндә була. Сабый ҡыҙыҡһыныусанлығы арҡаһында люк янына килә һәм уның өҫтөнә ике аяғы менән баҫа. Әммә канализация люгы ныҡ тоташтырылмаған, күрәһең, бала соҡорға төшөп тә китә. Әсә кеше йән киҫәген ҡотҡарыуға ташлана. Уға үтеп барыусы ҡатын да шунда уҡ ярҙамға килә. Әлегә сабый ни тиклем зыян күреүе хаҡында хәбәр ителмәй. Был хәлде күҙәтеү камералары төшөрөп алған.