Рәсәй артабан да Африка партнерҙарына көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Был турала ил Президенты Владимир Путин "Рәсәй-Африка" саммитында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеү тантанаһында белдерҙе.
Башлыса, беҙҙең ил терроризм һәм экстремизм менән көрәштә, ундағы көрсөктө, сик һәм наркотрафикка бәйле енәйәтселекте еңергә ярҙам итергә уйлай.
Бынан тыш, Владимир Путин билдәләүенсә, Рәсәй Африка илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе дуҫлыҡ, тигеҙлек һәм үҙ-ара ихтирам нигеҙендә төҙөргә ниәт итә.