Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 12:31

Салауат тағы ла яңғырай. Тик яҡшы яҡтан түгел

Салауатта кешеләрҙең психотерапевҡа талон артынан һыу буйы сират булыуы, унда торғанда халыҡтың этешеп-төртөшөп, саҡ һуғышып китмәүе һәм был хәл тураһында видеоға төшөрөлөп, интернетҡа һалыныуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Ысынлап та ҡайһы бер белгестәргә эләгеү өсөн иртәнге биштән йә алтынан талон өсөн сиратҡа торорға мәжбүр. Кисә "Һаулыҡ һаҡлау сәғәте"ндә республика Башлығы Радий Хәбиров Салауаттағы был хәлде ныҡлы тәнҡитләне.

Салауатта психотерапевҡа талон артынан һыу буйы сират булыуы, унда торғанда халыҡтың этешеп-төртөшөп, саҡ һуғышып китмәүе һәм был хәл тураһында видеоға төшөрөлөп, интернетҡа һалыныуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Ысынлап та салауаттар ҡайһы бер белгестәргә эләгеү өсөн иртәнге биштән йә алтынан талон өсөн сиратҡа торорға мәжбүр. Кисә "Һаулыҡ һаҡлау сәғәте"ндә республика Башлығы Радий Хәбиров Салауаттағы был хәлде ныҡлы тәнҡитләне. Хатта баш врач һәм ҡала хакимиәте башлығын эштән бушатыу менән янаны. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был хәлде бинаның етешмәүе (белгестәрҙең кабинеттары ҡаланың төрлө ерендә урынлашҡан) һәм ҡабул итеүгә электрон рәүештә яҙылып булмау менән аңлата.

Салауатта бит бер психотерапевҡа ғына түгел, башҡа дауалау учреждениеларында ла ошо уҡ проблема киҫкен тороуын белһәләр икән...
Читайте нас: